Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Ғинуар 2023, 15:00

"Фәнистең әсәһе менән таныштым..."

Кисә егеттең ҡырҡын уҡытҡандар... "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Тәтешлегә, Фәнис Хөсәйеновтың тыуған йортона барған. Был сәфәрҙең маҡсаты хаҡында сайтыбыҙҙа уҡығыҙ.

"Фәнистең әсәһе менән таныштым..."
"Фәнистең әсәһе менән таныштым..."

"Фәнис Хөсәйенов. Иҫ киткес Батыр егет. Башҡорт Үлмәҫбайы. Донъяға ғашиҡ Замандаш. Илен, әсәһен яратып туймаҫ, уларҙы бар ҡурҡыныстан ҡурсалар Ул, ҡыҙын яратып туймаҫ Атай...

Дүшәмбе мин уның менән яҡындан таныштым. Илап, көлөп, йәнле әңгәмә, хисле, хәтирәле осрашыуҙар, уйылып китерлек уйҙар аша... Әсәһе Фәриҙә, тәүге уҡытыусыһы, күршеләре, йәнен бирерҙәй дуҫтары, остаздары менән аралаштым, Фәнистең үҙе менән күрештем. Тулы яҙма республика гәзиттәренең береһендә булыр" - тип яҙған Мөнир Ҡунафин.

"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә был турала яҙғас, күп кенә комментарийҙар булды. "Вәт, афарин! Күптәр Фәнистең яҙмышына битараф түгелдер. Уның хаҡында күберәк белге килә. Теле менән тирмән тартып юҡты һөйләүселәр ҙә күбәйҙе, шуға был хәтирәләрең бик урынлы булыр тип уйлап ҡыуандым", - тигән Миңзәлә Шөғәйепова.

Зөһрә Усманова иһә: "Үлмәҫбайҙың ейәне" поэмаһын уҡып,("Ағиҙел"дә сыҡҡан) күңелемдән һеҙгә рәхмәт уҡый-уҡый ҡабул иткәйнем, бар бит көн үҙәгенә һуғып яҙып ултырғандар тип! Һаулыҡ-сәләмәтлек, ижад ҡомарығыҙ ялҡынлы дауам итһен тием. Ғөмүмән, һеҙҙең яҙғандарығыҙҙы йылы ҡабул итәм. Талантығыҙ сәскә атһын, емештәре булыр ул тигән өмөттәмен. Уңыштар һеҙгә!" - тигән.

Луиза Хәйретдинова һәм Гәүһәр Мозафарова, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпме кешенең йөрәк түренә ингән Фәнис кеүек батыр егеттәр онотолорға тейеш түгел, уның тураһында нәфис фильм төшөрөлөргә тейеш, тигән.

Мөнир Сәхиулла улы менән шәхсән һөйләшкәндә ул был сәфәре хаҡында әйтеп, киләсәктә Фәнис Хөсәйенов тураһында хикәйә йә повесть яҙыласағын белдерҙе һәм унан өҙөктө беҙҙең баҫмаға ла тәҡдим итәсәген вәғәҙәләне. 

Рәхмәт! Үлмәҫбай үлемһеҙ!

Фото: https://vk.com/id151361582

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: