Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
8 Февраль 2023, 18:00

Башҡорт батырҙары хаҡында репортаж сыҡҡан

Илдәге иң ҙур интернет порталдарының береһендә башҡорт артистары хаҡында хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса...

Башҡорт батырҙары хаҡында репортаж сыҡҡан
Башҡорт батырҙары хаҡында репортаж сыҡҡан

Ошо көндәрҙә “СМОТРИМ” интернет платформаһында журналист Александр Рогаткиндың  “Пушкалар тынған саҡта” (“Когда замолкают пушки”) исемле  репортажы сыҡҡан.

Документаль таҫма махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хаҡында. Унда ҡаһарманлығы һәм сағыу ижади булмышы менән тотош Рәсәйгә танылған Башҡортостан артистары хаҡында ла әйтелә.

Мәғлүм булыуынса, “СМОТРИМ” платформаһы 2020 йылдың 2 ноябренән эшләй башлаған.  Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы активтарының контентын берләштерә. Һүҙ «Рәсәй», «Рәсәй 24», «Рәсәй Мәҙәниәт» федераль телеканалдары, шулай уҡ «РТР-Планета» халыҡ-ара телеканалы, «Рәсәй радиоһы», «Маяҡ», «Хәбәрҙәр ФМ», «Мәҙәниәт радиоһы» һәм «Йәшлек» радиостанциялары, «Дәүләт телерадиофонды»ның бөтә архивы хаҡында бара. Яңылыҡтар һәм репортаждар, сәйәси ток-шоуҙар, сериалдар, кино, подкастар, йәнһүрәттәр, юмор, спектаклдәр, кино, документаль фильмдар, танып белеү программалары, шоу, шулай уҡ 20-нән ашыу Рәсәй телеканалы һәм радиостанцияһының тура эфирҙарын - хәҙер быларҙың барыһын да СМОТРИМ платформаһында табырға мөмкин.

Фото: google.com

Видео: “Смотрим” порталындағы репортаждан өҙөк.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас