Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Март 2023, 20:10

Дөйөм стаждары – 112 йыл!

Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә “Авангард” заводы ветераны Айҙар Әхмәтгәрәев хаҡында һөйләп үтте.

Дөйөм стаждары – 112 йыл!
Дөйөм стаждары – 112 йыл!

“Бөгөн Стәрлетамаҡтың “Авангард” заводы үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Бөгөн мин ошо предприятиеның ветераны Айҙар Хаммат улы Әхмәтгәрәев хаҡында һөйләп үткем килә. Ул башланғыс һалған хеҙмәт династияһының дөйөм стажы 112 йыл тәшкил итә.

1984 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлағандан һуң, Айҙар Әхмәтгәрәев йүнәлтмә буйынса “Авангард” заводына эшкә килә. Башта инженер-конструктор булып эшләй, аҙаҡ ҡоролма йүнәтеү мастеры, участок начальнигы,  инженер-технолог, баш механик була. Һуңғы 16 йылда Айҙар Хаммат улы предприятиеның баш инженеры урынбаҫары булып эшләй.

Ғүмерлек йәрен дә ул ошо заводта таба – Гөлшат Әхтәм ҡыҙының да эш стажы байтаҡ – 43 йыл! Уларҙың улдары Артур һәм Артем да университет тамамлау менән “Авангард”ҡа килә һәм бында ун йылдан ашыу эшләйҙәр. Әйткәндәй, уларҙың тормош иптәштәре лә ошо уҡ заводта эшләй.

“Авангард” заводы үҙе лә уникаль булып тора. 1943 йылдан алып оборона сәнәғәте өлкәһендә тауар етештерә. Предприятие һәр ваҡыт яңырыу өҫтөндә, бында әле инновацион технологиялар индерелә, индустриаль парк бар. Предприятие шулай уҡ нефть, газ, химия компаниялары өсөн дә продукция сығара.

Әхмәтгәрәев династияһын һәм тотош завод хеҙмәткәрҙәрен предприятиеның 80 йыллығы менән ҡотлайым. Уңыштар һәм һаулыҡ теләп ҡалам”, – тиелә был яҙмала.

Дөйөм стаждары – 112 йыл!
Дөйөм стаждары – 112 йыл!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: