Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
15 Март 2023, 18:00

"Нисек барһың - тик шулай бул!"

Махсус хәрби операция биләмәһендә "Дәрүиш хан" киң танытҡан йыр яңғыраны.  

"Нисек барһың - тик шулай бул!"
"Нисек барһың - тик шулай бул!"

"Бәйләнештә" селтәрендәге "Башҡорт батальоны" төркөмөнә махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөлгән видеояҙма ҡуйылды.

Унда Сибайҙан барған яугирҙәр "Нисек барһың - тик шулай бул!" тигән йырҙы башҡара. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев һүҙҙәренә яҙылған был йырҙы "Дәрүиш хан" төркөмө киң билдәлегә әйләндерҙе. 

Яугирҙәребеҙгә ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Видеояҙма "Башҡорт батальоны" төркөмөнән.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас: