Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Апрель 2023, 19:00

Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны

Баймаҡ халҡы яугирҙәрен ҡаршы алды! Берсә һағыныуҙан, берсә шатлыҡтан тамған күҙ йәштәре...  

Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны

Бөгөн баймаҡтар өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршыланы. Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре батыр яугирҙәргә моңло һәм дәртле йырҙар бүләк итһә, яҡындары уларҙы һағынып көтөп алған. 

Берсә һағыныуҙан, берсә шатлыҡтан тамған күҙ йәштәре аша автобустан төшкән яугирҙәргә балаларҙың "Атай!", әсәләрҙең "Улым!", һөйгәндәренең "Ҡәҙерлем!" тип ҡысҡырып та, шыбырлап та әйткән һүҙҙәре аша ҡайнар ҡосаҡтарға ашҡыныуҙары үҙе бер бәхет түгелме ни?! 

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:

"Баймаҡ үҙенең геройҙарын ҡаршы алды!

Бөгөн, 2 апрель, Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн өлөшлөтә мобилизацияға эләккән яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Яҡташтарыбыҙға ғаиләләре һәм яҡындары янында матур ялдар, ныҡлы сәләмәтлек һәм рух көсө теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!" - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Ҡыуаныслы осрашыу ауаздары яңғыраны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: