Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
7 Ноябрь 2023, 10:30

Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә

Ауырғазы районы халҡы ла яугирҙәргә ярҙам итеүҙе туҡтатмай

Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә

Хәҙер яу яланында хәрбиҙәргә йыл миҙгеленә ярашлы эшләнгән маскировка селтәрҙәре талап ителә, йәйгеләре инде тейешле функцияны үтәй алмай. Был хаҡта Ауырғазы районының ирекмәндәр штабы хәбәр итә.

Районда ҡышҡы маскировкаға туҡымалар алынған да инде, хаҡлы ялдағы апайҙар ошо арала “Бысраҡ ҡар” тип аталған тәүге селтәрҙе үреп тә бөткән. Оҫталарҙы, хөрмәтләп, “алтын ҡуллыларыбыҙ” тип йөрөтә яҡташтары.

Ошондай ярҙамсыл заттар булғанда, яугирҙәргә үтә лә кәрәкле, мөһим әйберҙәр ваҡытында барып етер. Яҡташтарының йөрәк йылыһы, изге теләктәре ҡушып үрелгән селтәрҙәр ир-егеттәрҙе хәүеф-хәтәрҙән аралаһын!

Фото: Ауырғазы районының ҡатын-ҡыҙҙар советы, vk.com/club219306301

Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Ҡышҡы маскировка селтәрҙәре үрелә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: