Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Ноябрь 2023, 23:35

“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”

Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһында республиканан мобилизациялау һәм контракт хеҙмәт буйынса барған яугирҙәр менән осрашты һәм хәрби хеҙмәт мәлендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарға дәүләт наградалары – Шайморатов миҙалдары тапшырҙы.

“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”

Бөгөн Донбассҡа эш сәфәре мәлендә Радий Фәрит улы көн дауамында Башҡортостандан урындағы халыҡты дауаларға барған табиптар менән осрашты. Артабан иһә республика етәксеһе яҡташ яугирҙәр янына йүнәлде. Унда иһә яҡташтарҙың хәлен белеште һәм көнкүрештәре менән танышты.

Иң беренсе ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды барып күрҙе:

– «Шайморатовсылар» - алғы һыҙыҡта иң күп алышҡан подразделениеларҙың береһе. Һеҙ хәрби оҫталыҡ буйынса ла иң-иңдәр араһында, – тине Радий Хәбиров осрашыу мәлендә. – Мин һәр ваҡыт һеҙгә өйҙән – республиканан йылы сәләмдәр еткерергә тырышам. Иң мөһиме, минең өсөн һеҙгә нимәләр кәрәк, нимәләр етешмәй – ошо хаҡта белеү, - тип тә өҫтәне Радий Фәрит улы.

Артабан Башҡортостан Башлығы мобилизация буйынса хеҙмәт итеп йөрөгән яҡташтарыбыҙ менән күреште. Осрашыу мәлендә яугирҙәрҙең үҙҙәре менән дә, командирҙары менән аралашып өлгөрҙө. Бында ла яугирҙәр күкрәген Шайморатов миҙалы биҙәне.

– Был миҙал күптән түгел барлыҡҡа килде, һәм ул - республиканың иң ҙур хәрби наградаларының береһе. Шуға нисек ҡурҡыу белмәҫ хеҙмәт иткән кеүек, уны ла ғорурланып тағып йөрөгөҙ, - тип өндәште республика Башлығы.

Аралашыу мәлендә шуныһы ла асыҡланды: баҡтиһәң, егеттәргә ағас материалдары һәм ҡорамалдар кәрәк. Радий Хәбиров был үтенес буйынса тиҙ арала тейешле йөкләмә бирергә вәғәҙә итте. Шул уҡ ваҡытта отпуск ялына ҡайтыусылар өсөн махсус транспорт хәстәрләнеүен дә әйтеп үтте.

Махсус хәрби операция зонаһына килеп еткән Салауат Юлаев исемендәге батальонда иһә Радий Хәбиров егеттәргә уңыштар теләне һәм ярҙам кәрәк булған осраҡта республика һис шикһеҙ таяныс буласағын белдерҙе.

Тағы ла бер осрашыу йәнә мобилизация буйынса хеҙмәт иткән яугирҙәр менән ойошторолдо. Әле егеттәр Марьинский һәм Днепрорудный йүнәлешендә хеҙмәт итә.

– Мин был егеттәр янында яҙ көнө булғайным, әйтергә кәрәк, полк ныҡ ҡына алға киткән. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен күреп һоҡландым. Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана, егеттәр! – тип билдәләп үтте Радий Хәбиров осрашыуҙан һуң.

“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
“Улар менән бөтә Башҡортостан ғорурлана!”
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: