Бөгөн Минск ҡалаһының Матбуғат йортоноң Матбуғат үҙәгендә Беларусь Республикаһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналған матбуғат конференцияһы үтте, унда “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн һуғыштарҙа” халыҡ-ара нәшриәт проектының презентацияһы үтте.
– 2024 йыл туғандаш беларустар өсөн мөһим дата тип билдәләнде. Ул Беларусь ерен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы байрағы аҫтында үтә. Тап ошо тема быйыл Беларусь Республикаһында барған бөтә ваҡиғалар һәм саралар аша ҡыҙыл еп булып һуҙыла. Ҡәрҙәштәребеҙҙең азатлығы, тыныслыҡ һәм еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәйенсә беҙҙең яугирҙәр – башҡорттар ҙа көрәште. Бөгөн Минскиҙа тап ошо хаҡта – Башҡортостанда тыуғандарҙың фашизмды еңеүҙәге роле тураһында һөйләнеләр. Бында “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн һуғыштарҙа” халыҡ-ара нәшриәт проектының презентацияһы үтте, унда беҙҙең хеҙмәткәр – Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константин Климин ҡатнашты, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.
Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларуста нацизмға ҡаршы һуғышҡан – оборона һуғыштарында ҡатнашҡан, партизан хәрәкәтенә ҙур өлөш индергән, республиканы дошмандан азат иткән яҡты иҫтәлеккә арналған. Мәҫәлән, 1943 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарынан ойошторолған 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы корпус составында Беларуста Гомель-Речин һөжүм операцияһында ҡатнаша. 14 ғинуарҙа Мозырь ҡалаһы немец ғәскәрҙәренән таҙартыла, бының өсөн 16-сы гвардия Кавдивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Беҙҙең яугирҙәр Ватаныбыҙҙың фашизмды еңеүенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Башҡорттар Ҡыҙыл армия сафында Ҡара диңгеҙҙән алып Баренцевҡа тиклем бөтә фронттарҙа лайыҡлы һәм фиҙакәр һуғыша. Беҙҙең республиканан 700 меңдән ашыу кеше һуғышҡа киткән, уларҙың 322 меңгә яҡыны һәләк булған. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 299 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә 47 яугир Дан орденының тулы кавалеры була.
Фото: pravitelstvorb.ru.