Тылда ата-әсәйҙәренең, яҡындарының тормошо яҡшы булһа, яугирҙәрҙең дә күңеле тыныс. Йәмғиәтебеҙҙә был йәһәттән һалдаттарҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар күрһәтелә. Ҡариҙел тарафтарына эш сәфәре мәлендә быға инанып ҡайттыҡ.
Иҫке Аҡбүләк ауылынан Рәфисә менән Файзрахман Ғөбәйҙуллиндарҙың “Аза” позывнойлы улдары 2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла. Яҡташтары яугирҙең атай-әсәйҙәре тураһында ла ныҡлы хәстәрлек күрә. Үткән йылда район ярҙамы менән Ғөбәйҙуллиндарҙың йорттарына газ кереткәндәр.
–Өйгә газ ингәс, шул тиклем уңайлы. Бының өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ. Шифаханаға ял да тәҡдим иттеләр. Был ярҙамдан да файҙаланырға ниәтләйбеҙ. Ауыл советы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Байрам һайын күстәнәстәр килтерәләр, клубҡа байрамға саҡыралар, – тип һөйләнеләр Рәфисә апай менән Фәйзрахман ағай.
Үҙҙәренең өлгөһөндә, тырыш, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтерә Ғөбәйҙуллиндар: 4 ул һәм 2 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән иң кесе улдары менән айырыуса ныҡ ғорурланырлыҡ. Бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә улдары. Айырыуса техниканы ныҡ ярата. Тимер эшенә лә, ағас эшенә лә бик оҫта. Туғыҙынсы кластан һуң механизаторлыҡҡа уҡып сыға. Ауылда ошо һөнәр буйынса хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияла ла һынатмай. Быйыл ғына ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Әйткәндәй, Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһендә дүрт малай үҫһә, уларҙың барыһы ла армияла төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндәр. Яугирҙең ағаһы Эльвир ҙа ҡустыһы менән ғорурланыуын йәшермәне:
–Ҡустым ауыр тип бер ҡасан да зарланғаны юҡ. Армияла ла намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайтты. Электән үк ул талапсан, яуаплы булды. Саңғы ярыштарында ҡатнаша торғайны, – тигән һүҙҙәрҙә һоҡланыу ҙа. ғорурланыу ҙа бар.
Ошондай ил ҡалҡаны булырҙай улдар үҫтергән ата-әсәй тураһында ла ентеклерәк белге килде.
Фәйзрахман ағай ғүмер буйы колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Рәфисә апай ҙа төрлө эштәрҙә хеҙмәт иткән. Ауылдың уңған, үрнәкле ғаиләһе, тиҙәр улар тураһында. Олоғайып барабыҙ тип тормайҙар, эргәлә генә яңы йорт төҙөйҙәр. Ихаталарындағы техника ла ғаиләнең егәрлелеге тураһында һөйләй.
–Беҙҙең теләк бер – һалдаттарыбыҙ барыһы ла иҫән-һау еңеү менән ҡайтһындар, – тип көн һайын ҡабатлаған, ләкин бик мөһим булған теләктәрен теләп ҡалды Рәфисә апай менән Фәйзрахман ағай.
Яуҙа йөрөгән ҡәҙерле улдарын һәр бер атай-әсәйгә һөйөнөп ҡаршы алырға яҙһын ине.
Автор фотоһы.