“Кешене хеҙмәте биҙәй” тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһа ла, йәмғиәткә файҙа килтереп йәшәгәндәр бәхетле. Ишембай районының Алаҡай ауылынан Рабиға Иҫәнғолова 17 йәшенән һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәшләй генә ауыр эшкә егелеүененең дә үҙ сәбәбе була.
Феләкләп һөттө машинаға тейәгәндәр...
Рабиға апай сығышы менән Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылынан. 39 йәшендә әсәһе мәрхүмә булғас, үҙенән кесе дүрт энеһен ҡарау яуаплылығын (ул ваҡытта иң бәләкәйенә дүрт кенә йәш була) үҙ иңенә ала. Шулай итеп, 1968 йылда әсәһе урынына уны фермаға һауынсы итеп эшкә алалар.
Ул заманда бөтә нәмә ҡул көсө менән башҡарыла. Йәш кенә ҡыҙ бала ул ауырлыҡтарҙы нисек күтәргәндер, тип хәҙер ғәжәп ҡылаһың.
– Һыйырҙарҙы ҡул менән көнөнә өс тапҡыр һауабыҙ. 16-17 һыйыр була торғайны. Һөт тулы феләктәрҙе шофер менән күтәреп, машинаға ултыртып, Салауат һөт заводына оҙатабыҙ. Тәүҙә малдарҙы эсерергә Һуҡайлы йылғаһына йөрөтә инек, үҙебеҙ шунда лом менән мәке уябыҙ. Аяҡта резина итек, быйма кейеп эшләп булмай, һыу үтә. Аяҡтар туңа торғайны. Нисек түҙгәнбеҙҙер? Бер ҙә зарланманыҡ, тырышып эшләнек, – тип һөйләп алып китте хеҙмәт юлы башлаған осорон Рабиға Мансур ҡыҙы. Йәш кенә булһа ла, ул яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Владимир Ильич Лениндың тыуыуына – 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнә.
Эш өсөн генә түгел, ҡустыларын кеше итеү, уларҙы уҡытыу буйынса ла яуаплылыҡ тоя йәш ҡыҙ. Һәр береһенә һөнәр алырға, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итә. Йәшләй генә ҙур мәшәҡәттәргә күмелеүе арҡаһында үҙенә мәктәптән һуң уҡырға тура килмәй.
Алаҡайға килен булып төшкәненә – 50 йыл
Үҙенең яҙмышын ул Ишембай районының Алаҡай ауылында таба. Ошо ауылға атаһының һеңлеһе тормошҡа сыҡҡан була. Уларға ҡунаҡҡа килгәндә буласаҡ тормош иптәше Миғәҙәт Иҫәнғолов менән таныша. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, 1975 йылда өйләнешә. Быйыл Рабиға апайҙың ошо яҡтарға килен булып төшкәненә ярты быуат ваҡыт үткән. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше бынан 20 йыл элек 54 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала.
Ире лә егәрле булып сыға. Ғүмере буйы колхозда механизатор булып эшләй, сөгөлдөр үҫтереүгә ҙур көс һала. Намыҫлы хеҙмәте Почет грамоталары менән баһалана.
Алаҡайға килгәс, Рабиға апай тәүге осорҙа шәкәр сөгөлдөрө утай, хатта дүртәр гектарлап алған мәлдәре була. Һуңынан һауынсы булып эшкә килә. Фермала булғанда ла йәйен сөгөлдөр эшенән ҡалмай уңған килен. Шул арала бер-бер артлы биш ҡыҙҙары: Айгөл, Айһылыу, Әлфиә, Әлмира, Әлиә донъяға килә. Улар ҙа бик иртә ҡул араһына инә, эш рәтен белеп үҫәләр.
– Элек бала тыуғас, әлеге һымаҡ оҙаҡлап декрет ялында ултырыу булманы бит. Эшкә сыға торғайныҡ. Әле лә хәтеремдә, өсөнсө ҡыҙым Әлфиә февраль аҙағында донъяға килде, май айында сөгөлдөр бүлеп бирҙеләр. Өлкән ике ҡыҙым мәктәпкә лә бармағайны әле, өс айлыҡ ҡына баланы одеялға төрөп, миңә баҫыуға имеҙергә алып килә торғайнылар. Сабыйҙың тамағы туйғас, алып ҡайтып китәләр. Шулай бер-береһен ҡарап, эш менән үҫтеләр инде, – ти Рабиға апай.
Фермала ла һынатмай хеҙмәт алдынғыһы. Шарттар ҙа яҡшыра. Һауын аппараты эште күпкә еңелләштерә.
– Утыҙға яҡын һыйыр һауа торғайным. Таңғы биштә уянып, тәүҙә үҙемдең һыйырҙы һауам, шунан фермаға эшкә сығып китәм, сөнки сәғәт 6-ла фермала “дойка” башлана. Һөттө кәметергә ярамай, план билдәләнә торғайны. Шуны үтәй инек. Ауырығында “больничный” алып ятыу ҙа булманы, һауынсылар ауыр саҡтарҙа бер-береһенә ярҙам итте. Әле лә хәтерләйем, йәш кенә килеш эшкә урынлашҡанымда минән оло апайҙар йәшерәктәрҙе өйрәтә, ярҙам итә ине. Бергә-бергә тырышып эшләгән йылдарымды әле лә һағынып иҫкә алам. Хеҙмәттәштәремдең күбеһе яҡты донъяла юҡ инде, – ти хеҙмәт ветераны.
Уңған килен эше менән хөрмәт ҡаҙана. Хеҙмәтен баһалаған маҡтау грамоталарын да, төрлө ярыштарҙа бүләктәр ҙә ала. 2005 йылға тиклем һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ферманан йүгереп ҡайтыуға өйҙә эш көтөп тора. Ул ваҡытта газ юҡ, өй утын менән йылытыла, һыуҙы ла ташырға тура килә.
Ауыр тип зарланмаған, барыһына өлгөргән быуынға һоҡланмау мөмкин түгел.
Ат арбаһына тейәлеп, Салауатҡа – парадҡа
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы Рабиға Мансур ҡыҙы өсөн бала саҡтан күңеленә һеңгән ҡәҙерле көндәрҙең береһе.
– Әле лә иҫемдә 1 Май, 7 ноябрь байрамдарында Мырҙаштағы олатайым атты егә лә, арбаһына балаларҙы тейәп, Салауат ҡалаһына парад күрһәтергә алып китә ине. Парадты ҡарап, ашханаға кереп һыйланып, күңел булып ҡайта торғайныҡ. Шуға ла был байрамдар күңелдә матур хәтирәләр һаҡлай. Йыш ҡына шул мәлде иҫкә төшөрөп алабыҙ. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам электән булды. Тыуған ауылымда һауынсы булып эшләгәндә, алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе машинаға тейәп, Стәрлетамаҡҡа парадҡа алып бара торғайнылар. Хеҙмәтте данлаған ошондай байрам булыуы бик мөһим, сөнки эш кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Заманында ауыр шарттарҙа эшләүебеҙ сыныҡтырғандыр, шуға ла ныҡ булғанбыҙҙыр, – тип тә өҫтәне Рабиға апай.
74 йәштә лә мал аҫрай
Ауыл кешеһе эшһеҙ торорға күнекмәгән. Заманында шәхси хужалыҡтарында дүртәр һыйыр тота Иҫәнғоловтар. Олоғая килә, уларҙың һаны кәмей. Әле яңғыҙы булһа ла, Рабиға апай һыйырын бөтөрмәгән, ҡош-ҡортон да үҫтерә, баҡсаһын да ҡарай. Был йәһәттән балалары ла ҙур ярҙамсы. Дүрт ҡыҙы Салауатта төпләнгән, береһе Өфөлә йәшәй. Уларҙың ауылдан юлы өҙөлгәне юҡ. Дүрт ейәне, өс ейәнсәре булған бәхетле өләсәй ҙә Рабиға апай. Уларҙың иң өлкәненә – 24 йәш, иң бәләкәсенә – биш йәш.
Хеҙмәте менән генә абруйлы түгел, әсәлек бәхетен дә бөтә тулылығы менән татып йәшәй әңгәмәсем. Уның күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы ла лайыҡлы биҙәй.
Рабиға Иҫәнғолова кеүек йәшләй генә ауыр эшкә егелгән, түҙемле, зарланыуҙы белмәгән, егәрле ауыл апайҙарына һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Ҡартлығығыҙҙа ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер итеүегеҙ ҙә – намыҫлы хеҙмәт йылдарығыҙҙың емеше бит ул.
Фото: Иҫәнғоловтар архивынан.