Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Апрель 2019, 00:16

Төбәккә ҡеүәт өҫтәр

Бөгөн Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров RAILGO компанияһы идараһы рәйесе Рахман Хәлилов менән осрашты.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Бөгөн Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров RAILGO компанияһы идараһы рәйесе Рахман Хәлилов менән осрашты.
Холдингтың юридик адресы Өфөгә күсте, тимәк, ул хәҙер төбәктең төп һалым резиденттарының береһе булып тора.
Радий Хәбиров компания менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәтен билдәләне. Әле республикабыҙға инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эш бара, тимәк, холдингка бында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр бар.
RAILGO – Рәсәйҙең алдынғы транспорт-экспедитор компанияларының береһе. Ул “ИСР Транс” тимер юлы операторын, “Таганрог танкер флоты” компанияһын, нефть ҡойолған йөктәрҙе күсереү буйынса “Курганнефтепродукт” терминалын һәм “Петролсиб-Сервис” ремонт пунктын берләштерә.
Читайте нас: