Баймаҡ аграрийҙары данлы игенселәр төйәге булған Сосновка ауылында сираттағы агроконференцияға йыйылды.
Сараның Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың тыуған төйәгендә үтеүе лә юҡҡа түгел. Данлыҡлы игенсенең юлын бөгөн улы Рәшит лайыҡлы дауам итә.
Ҡасандыр гөрләп торған “Йылайыр” совхозы тарҡалғас, Рәшит Яхин тәүгеләрҙән булып крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора һәм яңылышмай. Йыл һайын бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттарын үҫтереп, 500 гектар майҙандан мул уңыш йыйып ала ул. Техника паркы ла ҡеүәтле.
Аграрийҙар тәүҙә ауыл клубында яҙғы сәсеү эштәренә бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Артабан улар Сосновка фермерҙарының яңы миҙгелгә әҙерлеге менән яҡындан танышты: техника-агрегаттар торошон ҡараны, орлоҡтоң нисек һаҡланғанын күрҙе.
“Кәңәшмәне тап элекке “Йылайыр” совхозы биләмәһендә үткәреүебеҙ юҡҡа түгел, – тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. – Был төбәк ҡырсылыҡ, игенселек буйынса көслө, унда буш ятҡан баҫыуҙар юҡ, барыһы ла файҙаланыла, хатта теләгәндәргә ер етмәй ҡала”.
Семинар пленар һәм практик өлөштән торҙо, яҙғы сәсеүгә бәйле күп мәсьәләләр ҡаралды. Дөйөм алғанда, район аграрийҙары яңы миҙгелгә тулыһынса әҙер, тик көндәр генә һәйбәт торһон.