Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2019, 17:17

Иҡтисадта үҫеш күҙәтелә

2018 йылда Башҡортостанда тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һумға еткән тиерлек, йәғни бер йыл элекке менән сағыштырғанда, бер процентҡа күберәк. Парламент ултырышындағы сығышында Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, сәнәғәттә етештереү күләме 3,4 процентҡа артҡан. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм ваҡ сауҙа әйләнеше әүҙемләшкән. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадты үҫтереү буйынса ҡеүәтле инфраструктура ойоштороу өсөн биш йүнәлешкә иғтибарҙы туплау шарт. Беренсеһе – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре, икенсеһе – Ишембайҙағы махсус иҡтисади биләмә, өсөнсөһө – индустриаль һәм технопарктар. Дүртенсеһе – бөтә үҫеш институттары эшен көйләү, бишенсеһе – инвесторҙар менән эште яңыса ойоштороу.
Яҡшы миҫал итеп төбәк етәксеһе Күмертауҙы килтерҙе. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе асылғандан алып, бында ун резидент барлыҡҡа килгән, бер мең эш урыны булдырылған, ике миллиард һум самаһы инвестиция һалынған.
Шул уҡ ваҡытта Учалы ҡалаһын тәнҡитләп телгә алды Радий Хәбиров. Унда йылдам үҫеш биләмәһе асыу мөмкинлегенән файҙаланмағандар.
Читайте нас: