Машинаңды һаттыңмы?.. Лотерея уйынында оттоңмо?.. 30 апрелгәсә килемдәр хаҡында хәбәр итергә кәрәк бит.
Нисек һалым тураһында декларация тултырырға? 25 һәм 26 апрелдә ошо һәм башҡа һорауҙарға 11 сәғәт буйына яуап бирәсәктәр.
Республика һалым инспекциялары иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гәсә эшләйәсәк. Был мәсьәләләр буйынса күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә лә була.