Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2019, 20:15

Мамыҡ үҫкән илдә нимә эҙләйбеҙ?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегация Үзбәкстанға сәфәр ҡылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегация Үзбәкстанға сәфәр ҡылды.
Уның барышында Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимиәте вәкилдәре менән осраштылар, ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килештеләр.
Фирғәнә өлкәһендә хакимдың беренсе урынбаҫары Фарход Ташпулатов, шулай уҡ төбәктең эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән осраштылар. Сара барышында Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙылар. Артабан эре теплица һәм малсылыҡ хужалыҡтарына, “Коканд” ирекле иҡтисади зонаға барыу күҙаллана.
Башҡортостан делегацияһының эшлекле сәфәре 10 апрелдә Ташкентта Үзбәкстандың Ауыл хужалығы министрлығындағы осрашыу менән тамамланасаҡ.