Яҙлы-көҙлө юлдағы соҡорҙарҙы ямау ғәҙәти күренешкә әйләнде. Был хәл бигерәк тә ҡар ирегәс башлана.
Юлдарҙы оҙаҡ файҙаланыу, сифатлы итеү маҡсатына ярашлы Сибай эшҡыуары инновациялы минераль порошок етештереүҙе яйға һалған. Был хаҡта беҙ ҡала хакимиәтендә үткән “Инвестиция сәғәте” хаҡындағы яҙмала хәбәр иткәйнек.
“Технострой” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марат Искаков белдереүенсә, ойошмала етештерелгән онтаҡ асфальт-бетон сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, шулай уҡ битум таралыуын кәметеүгә булышлыҡ ҡыла, уның өҫтөндәге һыу ағып төшә. Шулай уҡ асфальт-бетон етештереүҙең үҙҡиммәтен арзанайтыу мөмкинлеген бирә.
– “Технострой”ҙа етештергән яңы ҡушылманы ысынбарлыҡта һынап ҡарау маҡсатында, ҡаланың транспорт күп йөрөгән юлдарын минераль онтаҡты ҡулланып ремонтлау планлаштырыла. Был май-июнь айҙарында буласаҡ, – ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Яңы ҡушылма “Башкиравтодор” предприятиеһы етәкселеген дә ҡыҙыҡһындырған. Улар Магнитогорск – Ира юлының Баймаҡтан Йылайырға тиклемге аралығына һәм Сибай – Аҡъяр юлы участкаһында һынау үткәрмәксе. Икеһенең дөйөм күләме дүрт километр тәшкил итә.
“Әлегә үҙебеҙ етештергән минераль порошоктың сифатлы икәнен иҡтисади баҙар майҙанында яҡлайбыҙ, күрһәтәбеҙ, дәлилләйбеҙ. Ә ҡалғанын ваҡыт күрһәтер. Оҙаҡламай беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур буласағына ышаныс ҙур”, – ти Марат Искаков.