Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2019, 12:01

Борайҙарҙы нимә ҡыуандыра?

Республикабыҙҙың бер нисә районында сәсеүгә төштөләр, шул иҫәптән Борай районында ла тракторҙар баҫыуҙы иңләй.

Республикабыҙҙың бер нисә районында сәсеүгә төштөләр, шул иҫәптән Борай районында ла тракторҙар баҫыуҙы иңләй.


Төбәктә “Кама” ауыл хужалығы етештереү кооперативы беренселәрҙән булып ужымды тырмата башланы. “ДТ-75” тракторында Данил Шәйхетдинов был йәһәттән эштәрҙе бер нисә гектарҙа теүәлләгән дә инде.


– Быйыл яҙ иртә килде, үҙ сиратында уңғандар баҫыу мәшәҡәттәренә апрель урталарында уҡ күмелде, – тип һөйләй Борай районы етәксеһе Рөстәм Исхаҡов. – Ужымдың һәйбәт ҡышлауы ҡыуандыра, уны туҡландырыу, тырматыу эштәре планға ярашлы бара.