Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2019, 16:14

Етештереүҙе арттырырға ниәтләйҙәр

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “АБ ИнБев Эфес” акционерҙар йәмғиәте президенты Дмитрий Шпаков менән осрашты.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “АБ ИнБев Эфес” акционерҙар йәмғиәте президенты Дмитрий Шпаков менән осрашты. Унда вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова, Өфө мэры Өлфәт Мостафин һәм компания вәкилдәре ҡатнашты.


Яҡтар “АБ ИнБев Эфес”тың Өфө подразделениеһын үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе. Дмитрий Шпаков әйтеүенсә, компания республикала етештереүҙе, инвестицияларҙы арттырырға һәм эш урындары булдырырға ниәтләй.



Фото: glavarb.ru
Читайте нас: