Башҡортостан
+26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Май 2019, 18:29

Сәсеү эштәре дәррәү бара

Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында Радий Хәбиров мәктәптә, балалар баҡсаһында булды. Төбәк етәксеһе бында ҡышҡы баҡса, мәктәп бассейны менән дә танышты.

Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында Радий Хәбиров мәктәптә, балалар баҡсаһында булды. Төбәк етәксеһе бында ҡышҡы баҡса, мәктәп бассейны менән дә танышты.


Уҡыу йортоноң директоры Алмас Сәлимйәнов әйтеүенсә, мәктәптә 350 бала белем ала. Уларға төплө белем алыу өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Балалар баҡсаһының да үҙ бассейны бар.


Ә Стәрлетамаҡ баҫыуҙарында сәсеү эштәре дәррәү бара. Быйыл эшсәндәр 121,7 мең гектар майҙандағы бураҙнаға орлоҡ һаласаҡ.


Төбәктең данлыҡлы предприятиеһы һаналған "Рощинский" совхозында сусҡа, һыйыр малдары ишле үрсетелә, ит эшкәртеү цехы уңышлы эшләй. Хужалыҡтың ҡалаларҙа һәм райондарҙа 50 сауҙа нөктәһе бар. Совхозда ике мең самаһы кеше эшләй.


Азат Ғиззәтуллин фотоһы.
Читайте нас в