Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2019, 11:51

Үҙебеҙ ҡулланмайбыҙ тиерлек

Былтыр алюмин етештереү буйынса Рәсәй, Ҡытайҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Рәсәй, Һиндостан, Канада бер-береһе менән ярышып тигәндәй алюмин етештерҙе. Донъяла был металды дөйөм сығарыу күләме 63,4 миллион тоннаға күтәрелде. Йыллыҡ етештереүҙе 3,7 миллион тоннаға еткереп, Рәсәй беренсе урынға күтәрелде. Сағыштырыу өсөн: Евросоюздың барлыҡ 28 иле, шулай уҡ тотош Латин Америкаһы уны шундай уҡ күләмдә сығара.

Шулай итеп, беҙҙең алюмин донъяла етештерелгән күләмдең һиҙелерлек өлөшөн биләй. Тәүге урында 36,5 миллион тонна металл биргән Ҡытай тора, беҙ иһә — икенсе баҫҡыста. Әммә Рәсәйҙең үҙ алюминын аҙ күләмдә ҡулланыуы ғәжәп. Беҙҙең металл башлыса экспортҡа оҙатыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны, ғәҙәттәгесә, АҠШ һәм Евросоюз илдәре күпләп һатып ала. Былтыр уларға экспорттың сирек өлөшө тура килгән. Икенсе урында 11 процент менән Япония, өсөнсө — Төркиә (10 процент). Шуныһы ғәжәп: Рәсәй алюмин менән бөтә донъяны тиерлек тәьмин итһә лә, үҙебеҙҙә әлегә был металдың һәр етенсе өлөшөнән аҙырағы ҡулланыла. Дөйөм алғанда, Рәсәй һәм БДБ илдәренә донъяла алюминға булған ихтыяждың бер проценты тура килә.

Әйткәндәй, планетала уға һуңғы биш йылда ихтыяж 1,5 тапҡырға артты. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, хәлде тигеҙләү йәки көйләү өсөн юғары технологиялы етештереүҙе, бигерәк тә ауыр машиналар сәнәғәтен ҡырҡа күтәреү мөһим. Бынан тыш, Рәсәй төҙөлөштә алюминды бөтөнләй ҡулланмай тиерлек. Ә бит бындай конструкциялар ҡыйбат булһа ла, мәңгелек булыуы менән отошло.
Читайте нас в