Күгәрсен районында республика етәксеһе Радий Хәбиров Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлын реконструкциялау барышы менән дә танышты.
Был эш менән “Башкиравтодор” йәмғиәте шөғөлләнә.
Былтыр октябрҙә ошо юлдың ете саҡрымлыҡ участкаһы (Кесе Эйек йылғаһы аша күпер менән бергә) файҙаланыуға тапшырылған. Был арауыҡты яңыртыу өсөн республика бюджетынан 238 миллион һум бүленгән. Күпер төҙөү 64,7 миллион һумға төшкән.
Билдәле булыуынса, Иҫке Собханғол – Мораҡ юлы – “Бөрйән” туристик кластерын үҫтереү буйынса проекттың бер өлөшө.
Радий Хәбиров район етәксеһе Ғайса Янбаев менән төҙөлөштөң артабанғы мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.