Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2019, 12:55

Пособиелар – “Мир”ға

Май башынан алып Рәсәйҙә барлыҡ социаль пособиелар ватан түләү системаһы карталарына күсерелә. Атап әйткәндә, эшһеҙлек, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләүҙәр, шулай уҡ балалар пособиелары хаҡында һүҙ бара.

Пенсия фонды хаҡлы ялдағыларҙы ла “Мир”ға күсерә. Социаль хеҙмәттәрҙән белдереүҙәренсә, хәҙер улар Visa һәм MasterCard банк карталары реквизиттарын ҡабул итмәй. Сит ил түләү системалары мәғлүмәттәрен күрһәтеп, хаталанғандарға социаль хеҙмәттәр ун көн эсендә банк иҫәбен алмаштырыу зарурлығы хаҡында белдереү ебәрәсәк. “Мир” картаһын алып өлгөрмәгәндәр тейешле түләүҙе ҡулаҡса менән аласаҡ.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, пособиены 1 майға тиклем рәсмиләштереп, Visa һәм MasterCard тәҡдим иткәндәр киләһе йылдың йәйенә тиклем картаны алмаштырырға тейеш.
Читайте нас: