Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2019, 00:38

"Юл эксперты" нисек эшләй?

Йыл башынан республика юлдарында 348,5 мең соҡор бөтөрөлгән, уларҙың 115,5 меңе – майҙа.

Фото glavarb.ru сайтынан.
Фото glavarb.ru сайтынан.
Йыл башынан республика юлдарында 348,5 мең соҡор бөтөрөлгән, уларҙың 115,5 меңе – майҙа.


Был хаҡта Хөкүмәттә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
“Юл эксперты” ҡушымтаһына 33 мең соҡор төшөрөп һалынған, 19 меңдән ашыу заявка хәл ителгән. Эш раҫланған графикка ярашлы бара.
Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев һүҙҙәренсә, “Юл эксперты” мәғлүмәт системаһына ихаталарҙағы соҡорҙар буйынса 7,5 мең заявка килгән, уларҙың 2,2 меңе үтәлгән. Етәксе, барлыҡ соҡорҙарҙың 15 июнгә бөтөрөлөргә тейешлеген иҫкә төшөрөп, район-ҡалаларҙа был эште көсәйтеү мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына “Юл эксперты” ҡушымтаһына асыҡ тест үткәреү өсөн йәмәғәтселек вәкилдәре менән бергә ремонт эше үткәрелгән урындарға барыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ ихаталарҙағы соҡорҙарҙы бөтөрөүгә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
Читайте нас: