Көндәрҙең яҡшы тороуын тулы кимәлдә файҙаланып ҡалып, Илеш һәм Ауырғазы райондары аграрийҙары яҙғы культураларҙы сәсеүҙе тамамлай.
Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Әйтелгән райондар эшсәндәре баҫыуҙарҙы ямғырға тиклем сәсеп өлгөрөп, хәҙер яҡшы шытым көтә.
Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлебаш, Саҡмағош аграрийҙары ла һынатмай: уларҙа яҙғы культураларҙы сәсеү эшенең 11-15 проценты ҡалған.
Дөйөм алғанда, республика буйынса әлегә пландың 72 проценты үтәлгән.