Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 15:46

Һеҙҙә эш хаҡын түләйҙәрме?

Республикала эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Республиканың Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге дүрт айҙа 196 миллион һум самаһы бурыс ҡапланған.

Республикала эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Республиканың Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге дүрт айҙа 196 миллион һум самаһы бурыс ҡапланған.


Тулыһынса эш хаҡтарын Өфө фанер заводы, Башҡортостан шахта үтеү идаралығы һәм “Станок эшләү” ойошмалары хеҙмәткәрҙәре алған.


Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы буйынса дөйөм бурыс йыл башынан артҡан һәм 1 майға ҡарата 582,5 миллион һум тәшкил итә. Был һандар “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренән айырыла, улар бурысты 44,1 миллион һум тип бирә. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, был “Инцидент” системаһының һөҙөмтәле эше менән бәйле. Система эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы түләнмәүе тураһындағы ялыуын шунда уҡ теркәй.


– Статистика мәғлүмәттәре түгел, ә аныҡ дәлилдәр менән эшләүебеҙ дөрөҫ, – тине Радий Фәрит улы. – Хәлдең ысынбарлыҡта нисек торғанын аңларға һәм эште артабан уға ярашлы көйләргә кәрәк.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был йәһәттән ғәмәлдәге предприятиелар менән әүҙемерәк эшләргә ҡушты.


– Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәү хәүефе янау менән эште башларға кәрәк, – тине ул. – Беҙҙең маҡсат – мөмкин тиклем күберәк бурыстарҙы бөтөрөү.


Фото: glavarb.ru
Читайте нас: