Республика етәксеһе Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге Илсеһе Микко Хаутала менән осрашты.
Һөйләшеүҙә иҡтисади, гуманитар, социаль өлкәләрҙә артабанғы хеҙмәтәшлек йүнәлештәре ҡаралды.
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Финляндияны электән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләүен билдәләне. Беҙҙең аграрийҙар уларҙы ауыл хужалығы продукциялары – һөттән алып балға тиклем – менән тәьмин итә ала. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа фин ауыл хужалығы техникаһына ҡыҙыҡһыныу, уларҙы йыйыу производстволары, хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәктәре ойоштороу ниәте бар.
Өҫтәүенә төҙөлөш тармағында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән яҡшы мөмкинлектәр булыуы телгә алынды.
Микко Хаутала һүҙҙәренсә, Финляндияла, мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү өлкәһендә бай тәжрибә тупланған. Бөгөн “Газ. Нефть. Технология” форумында был мәсьәлә буйынса “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Финляндия “сүп-сар реформаһы”н тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға, иң яҡшы тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашырға әҙер.