Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2019, 18:43

Торлаҡ буйынса – икенсе

Быйыл ғинуар-апрель айҙарындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды яулаған.

Быйыл ғинуар-апрель айҙарындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды яулаған.


Был күрһәткес буйынса тәүге баҫҡыста – Татарстан, өсөнсөлә иһә – Түбәнге Новгород өлкәһе. Халыҡтың йән башына индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса республикабыҙ өсөнсө урында бара. 2019 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостанда дөйөм майҙаны 660,5 мең квадрат метрлыҡ 8 318 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Мең кешегә иҫәпләгәндә 163 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.


Фото: Ксения Калинина.