Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2019, 11:01

"Ыңғай йоғонто яһай алабыҙ"

“Минең бизнес” үҙәген асҡан мәлдә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү төбәгебеҙҙең киләсәге булыуын билдәләне.

Олег Яровиков фотоһы.
“Минең бизнес” үҙәген асҡан мәлдә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү төбәгебеҙҙең киләсәге булыуын билдәләне.


“Ҙур предприятиелар беҙҙән башҡа ла үҫешәсәк. Иң мөһиме – беҙҙең уларға ҡамасауламауыбыҙ һәм уларҙың инвестиция программалары булыуы, – тине Радий Фәрит улы. – Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа иһә ыңғай йоғонто яһай алабыҙ. Мин һеҙҙе республиканың киләсәге итеп күрәм. Бурысыбыҙ – һеҙгә эшләргә уңайлы булһын өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу. Бер-ике йылдан республика бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайкка әйләнәсәк, бының өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу мотлаҡ”.