Белорет металлургия комбинатында йыл башынан 14 төрлө яңы ҡорос сымдар, канаттар, таҫмалар етештереү үҙләштерелде.
Яңы продукцияның тест партиялары һынау үтеү маҡсатында автомобиль, энергетика, кабель, электрод, тау байыҡтырыу сәнәғәте предприятиеларына оҙатылды.
Ҡулланыусыларҙың һорауы буйынса БМК юғары ныҡлыҡтағы сымдар етештерә башланы, улар энергетика өлкәһендә ҡорос-алюмин сымдарҙың үҙәген эшләүҙә, шайба пружиналары, оптика-сүс элемтәһе кабелдәре өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ предприятие машина эшләү сәнәғәте өсөн яңы ҙурлыҡтағы таҫмалар етештереүҙе лә үҙләштерҙе.
БМК полимер япмалы, 39-57 миллиметр диаметрлы канаттарҙы Рәсәйҙең һигеҙ тау-байыҡтырыу сәнәғәте предприятиеһына һәм Евросоюз илдәренә оҙатты.
Полимер япмалы канаттар тутҡа бирешмәй, урағанда ныҡлығы менән айырылып тора, оҙаҡ ҡулланыла, шуға күрә сит илдәрҙә етештерелгән сымдарҙан һис тә ҡалышмай.