Иҡтисад
1 Июня 2019, 11:30

Ағас эшкәртеүселәр "Инвестиция сәғәте"нә киләсәк

Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы эшкәртеү буйынса “Белпромресурс” йәмғиәте 2015 йылда “Селена” компанияһы менән килешеү буйынса булдырылған.

Олег Яровиков фотоһы.Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы эшкәртеү буйынса “Белпромресурс” йәмғиәте 2015 йылда “Селена” компанияһы менән килешеү буйынса булдырылған.


Әле унда 34 кеше эшләй. Йәмғиәтте үҫтереүгә 110 миллион һум инвестиция һалыу планлаштырыла, шул иҫәптән 70 миллионы – ҡорамалдар алыуға, 16 миллионы транспорт паркын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.


“Селена” ағас эшкәртеү компанияһының башҡарма директоры Владимир Котков республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ҡайындан төрлө таҡталар етештереүҙәре, уларҙың халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланғаны хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Ҡытай партнерҙарын ҡарайтылған мебель таҡталары ҡыҙыҡһындырған, уларҙы сит илгә сығарыу башланған.


Радий Хәбиров республиканың предприятиеға төбәктең экспорт мөмкинлектәрен файҙаланыуға ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ ул проектты ныҡлы тикшереү өсөн ағас эшкәртеү буйынса предприятие етәксеһен “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Читайте нас