Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июнь 2019, 14:42

Петербургта мөһим сара

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 6—8 июндә үткән ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 6—8 июндә үткән ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.


Төбәк етәксеһе “Тотороҡло үҫештең көн тәртибе” пленар ултырышында, энергетика панель сессияһында ҡатнаша, “Спорт барыһы өсөн дә: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш” дискуссияһында сығыш яһай. Сара барышында башҡа төбәктәр, финанс-кредит ойошмалары, предприятиелар һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһындағы, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә төп Рәсәй һәм сит ил компаниялары менән ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Бындай компаниялар иҫәбенә “Роснефть”, “Росатом”, “Һаҡлыҡ банкы”, “Уралсиб”, “Ростелеком”, “Рәсәй почтаһы”, “КамАЗ”, RAILGO, “Хевел”, “Солар Системс”, “Газпром СПГ технологиялар”, Marubeni Corporation һәм башҡалар инә.


Делегацияның эш программаһы төрлө осрашыуҙарға, панель сессияларға, социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәргә бай булмаҡсы. Форумда Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһы ойошторола. Унда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зона мөмкинлектәре, республика компанияларының логистика, нефть химияһы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, энергетика һәм транспорт өлкәһендәге проекттары сағыла.