Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2019, 17:31

Радий Хәбиров ҡәнәғәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республика делегацияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республика делегацияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы.


– Эш ҡайнап, ташып торҙо. Хәҙер аныҡ һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ. Ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Беҙ конкурентлы, әүҙем мөхиттә йәшәйбеҙ, инвестициялар өсөн барлыҡ төбәктәр ҙә көрәшә. Һәм былай ҡыҙығыраҡ та, – тине ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә мәлендә.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылғы иҡтисади форум Башҡортостан өсөн йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса рекордлы булды. Ике көн эсендә Башҡортостан 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы. Уларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында, республикала өс мең самаһы яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш. Был күрһәткес – республиканың Петербург форумдарында ҡатнашҡан бар осоро өсөн дә рекорд.


Сағыштырыу өсөн, былтыр ни бары 30 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлгәйне. Быйыл республика был һөҙөмтәне ике тапҡырҙан күберәккә арттырыуға өлгәште.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: