Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын үҙгәртеп ҡороу проектын “Георекон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашырасаҡ.
Финанслау төбәк бюджетынан башҡарыла, килешеү хаҡы — 31,3 миллион һум. Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң театрҙың дөйөм майҙаны хәҙерге 2500 квадрат метрҙан 6500 квадрат метрға тиклем ҙураясаҡ.
Башҡорт ҡурсаҡ театры — “Мәҙәниәт” милли проекты объекттарының береһе, төҙөлөш эштәре 2020—2023 йылдарҙа башҡарыласаҡ.