Яңы йылдан ошо мәғлүмәт системаһына ҡушылмаған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар маркировкалы препараттарҙы әйләнешкә индерә алмаясаҡ. Бынан тыш, ошо эште ваҡытында башҡармаған, хаталы мәғлүмәтте индергән, тауарҙы һәм продукцияны маркировкаһыҙ һатҡан, шулай уҡ уларҙы һаҡлаған, ташыған йәки һатыу өсөн алған берәмектәргә штраф һалыу ҡарала.