Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 12:11

Башланды: Сибайҙа – инвестһабантуй!

Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Олег Яровиков фотоһы.
Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Төп маҡсат – төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында митингта ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды. Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.