Урал аръяғында инвестиция форумы дауам итә.
Сараның төп эш күрһәткесе булған килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу башланды.
Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәкселәре Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү һәм ер аҫты руднигын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре – Хәйбулла районының социаль, коммуналь, энергетика һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу.