Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 13:00

Сит ил ирекмәндәре сәләмләй

Сибай ҡалаһындағы инвестиция форумында сит ил ирекмәндәре эшләй.

Сибай ҡалаһындағы инвестиция форумында сит ил ирекмәндәре эшләй.
Шуларҙың береһе – Замбиянан Мусангу Бенайя. Ул ошо көндәрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
“Тыуған яғыма ҡайтыр алдынан әһәмиәтле форумда ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманым. Баймаҡ, Сибай төйәгенең тәбиғәте ныҡ оҡшаны. Форум хеҙмәт юлым башында ҙур этәргес булыр тип ышанам”, – ти Мусангу Бенайя.
Ирекмәндәр араһында Ильяс Силва ла бар. Ул – Албания гражданы. Ильяс та Өфө дәүләт нефть техник университетынан, икенсе курста уҡый.
Читайте нас