Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2019, 18:22

“Газпромбанк” миллиардтарын ҡайҙа һала?

Өфө районының Алексеевка ауылында 2024 йылда 45 гектарҙа яңы комплекс төҙөләсәк.

Фото: greentalk.ru
Өфө районының Алексеевка ауылында 2024 йылда 45 гектарҙа яңы комплекс төҙөләсәк. Башҡортостан етәкселеге һәм “Газпромбанк” хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Төҙөлөштөң беренсе этабында биш гектарҙа, ә икенсе һәм өсөнсө этабында 40-ар гектарҙа теплицалар төҙөләсәк. Күҙаллауҙар буйынса, теплица комплексында йылына 35 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы етештереләсәк.
“Газпромбанк” етәкселәре билдәләүенсә, был шәхси-дәүләт партнерлыҡ проекты — илдә ауыл хужалығындағы тәүгеһе. Киләсәктә уның башҡа төбәктәргә лә таратылыуы мөмкин.