Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июль 2019, 21:56

Табышлы тармаҡты киңәйтеп...

2019 – 2030 йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы, ҡортсолоҡто үҫтереүгә 1 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Фото: dom-pchel.ru
Фото: dom-pchel.ru
Умартасылыҡ – табышлы шөғөл. Был тармаҡты киңәйтеүгә Башҡортостанда етди саралар күрелә. Мәҫәлән, 2019 – 2030 йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы, ҡортсолоҡто үҫтереүгә 1 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Артабан республикала махсуслаштырылған умартасылыҡ хужалыҡтары төҙөү, башҡорт популяцияһы генотибын һаҡлау, "Башҡорт балы" брендын популярлаштырыу һәм бал етештереү күләмен арттырыу бурысы ҡуйыла.
Республикала йыл башына 325, 3 мең ҡорт ғаиләһе теркәлгән. Былтыр 12,636 мең тонна бал алынған.
Әйткәндәй, 2021 йылда Өфөлә умартасыларҙың халыҡ-ара "Апимондия" йыйыны үтә. Унда 80-дән ашыу илдән 120 тирәһе умартасылыҡ берләшмәһенең ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас в