Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2019, 03:38

“Яҡты шишмә”ләрҙең киләсәге яҡты

Баҡалы районы һабантуйында агросәнәғәт комплексына ҡараған хужалыҡтарҙың уңышы айырым билдәләнде. Район хакимиәте башлығы Александр Андреевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уңғандарға төбәктә хөрмәт ҙур, күп хужалыҡтар уңыштары менән шатландыра, бигерәк тә “Яҡты Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғылыҡты бирмәй.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Баҡалы районы һабантуйында агросәнәғәт комплексына ҡараған хужалыҡтарҙың уңышы айырым билдәләнде. Район хакимиәте башлығы Александр Андреевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уңғандарға төбәктә хөрмәт ҙур, күп хужалыҡтар уңыштары менән шатландыра, бигерәк тә “Яҡты Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғылыҡты бирмәй.


– Хужалыҡ эшмәкәрлеген үҫем­лекселек һәм малсылыҡ тарма­ғында йәйелдергән, – ти “Яҡты Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе Вячеслав Филиппов. – Һабантуйҙан айырмалы, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған тантанала ла иң күп бүләк тырыштарға тапшырыла икән, был тиккә түгел. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә, бурысына яуаплы ҡарай.
Йәмғиәттең баш агрономы Артем Игушин менән ҡырға юлландыҡ. Шул иғтибарға лайыҡ: уңда ла, һулда ла иге-сиге күренмәгән баҫыуҙар йәйрәп ята, етмәһә, бойҙай булһынмы, арпа тиһеңме, йәки бүтән төрлө иген культуралары үҫкән ерҙә бер ниндәй ҙә ҡый үләне күрмәҫһең.
Артем Александрович белде­реү­енсә, ауылда төпләнеп, бынамын итеп йәшәү өсөн шарттар етерлек, ундайҙар бихисап. Дөрө­ҫөн әйткәндә, ундай аҙымды яһағанһың икән, тимәк, үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алғанһың. Барыһын да еңеп сығыр өсөн ныҡ тыры­шырға кәрәк.
Хужалыҡ быйыл 1 200 гектар майҙанға иген культуралары сәскән. Механизатор Виталий Батраев көнбағыш араларын ута­ғанда “тимер ат”ы сәғәт шикелле эшләй ине. Ул 70 гектар май­ҙандағы техник культураны утап бөткәндән һуң, күрше баҫыуға төшә.
– Беҙҙә етәкселек белгестәргә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булғас, һәр кем ижтиһад һала, – ти Виталий. – Хеҙмәт өсөн ваҡытында түләнә, бынан тыш, дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Үҙ-ара аңлашып эшләгәс, баҫыуға аш­ҡынып киләһең, иңдәрҙә ҡанат тойоу дәртләндерә.
Йыраҡ китәһе түгел, Артем Алексеевич үҙе лә тыуған ауылы сәскә атһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Башҡортостан дәүләт аграр университетын ситтән тороп тамамлаған, белем эстәгәндә бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөгән.
“Яҡты Шишмә”лә Яңы Илек һәм Иҫке Илек ауылдары халҡы эшләй. Шағир теле менән әйт­кәндә, йәштәр ерҙең ҡәҙерен бел­гәнгә, ауыл йәшәй, халыҡтың киләсәге өмөтлө һәм яҡты.
Читайте нас: