Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2019, 15:39

Ҡайһы райондар алда бара?

Республикала ярты миллион тонна сенаж әҙерләнде.

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә республикала 509 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Был – планға алынғандың өстән бер өлөшө.


Бигерәк тә Дүртөйлө хужалыҡтары уңғанлыҡ күрһәтә: улар 50 мең тонна һутлы аҙыҡ әҙерләгән. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош эшсәндәре лә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша.
Күп йыллыҡ үлән 269 мең гектарҙа сабылған. Уны беренсегә сабыуҙан 201 мең тонна бесән әҙерләнгән. Был – планға ҡарата 26 процент. Дөйөм алғанда, республикала һәр шартлы баш малға алты центнер берәмек аҙыҡ тупланған.
Читайте нас: