Көйөргәҙе районының "Искра" ауыл хужалығы етештереү кооперативы республикала тәүгеләрҙән булып уңыш йыйыуға төштө.
Хужалыҡ өсөнсө йыл рәттән шипкән культураһын сәсә. Быйыл ул 530 гектар майҙанды биләй. Бөгөнгә барлыҡ үҫемлек яҫмаларға һалынған, 120 гектар майҙанда һуғылған. Тиҙҙән хужалыҡ ужым бойҙайын йыйырға төшәсәк.
Әйткәндәй, шипкән – ҡыйбатлы мал культураһы. Быйыл республикала ул 10 мең гектар майҙанды биләй.