Тау-байыҡтырыу комбинаты – Учалы ҡалаһы һәм районы үҫешенә тос өлөш индергән предприятиеларҙың береһе. Төбәктең инфраструктураһы, социаль өлкә торошо ла уға бәйле. Урындағы халыҡтың күпселеге комбинатта эшләй. Байрам алдынан шуларҙың береһе – бар ғүмерен тау сәнәғәте эшенә бағышлаған Рәил Ғарипов менән осрашып һөйләшергә форсат тейҙе.
Рәил Мөбәрәкйән улы 1959 йылда Силәбе өлкәһе Веселовка ҡасабаһында донъяға килә. Ата-әсәһе, икеһе лә Учалы районында тыуып үҫһәләр ҙә, күрше өлкәгә күсеп, урман эшендә хеҙмәт итәләр.
1960 йылда ғаилә Учалыға ҡайта. Мөбәрәкйән Ғилмәдей улы ғүмере буйы автокрансы булып эшләй, Фәриҙә Миһран ҡыҙы урындағы “Водоканал” предприятиеһында хеҙмәт итә. Татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Рәил бәләкәйҙән эшкә тилбер, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, теремек булып буй еткерә, спорт менән дуҫ була. Ҡаланың 10-сы мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Төҙөүсе һөнәрен үҙләштергән Рәйес Ғариповты 1979 йылда әрме сафына алалар. Мыҡты кәүҙәле, физик яҡтан көслө егет Ҡаҙағстандың Шевченко ҡалаһында инженер ғәскәрҙәрендә уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Башспецнефтестрой” йәмғиәте филиалына иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша.
Ғүмерлек мөхәббәте Лилиәне лә Учалыла осрата. Рудник биҫтәһе һылыуы Миәс сауҙа училищеһын тамамлап, Златоуст ҡалаһында эшләп йөрөгән була. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт осҡоно ҡабына. Бер ни тиклем ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1982 йылда, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс бала донъяға килә.
1987 йылда Рәил Мөбәрәкйән улы Үҙелгә руднигына машинист булып эшкә урынлаша. Ике тиҫтә йыл ҡаҙып сығарылған руданы “Тоrо-501” маркалы сит ил машинаһына тейәп, вагонеткаларға бушата торған урынға ташый. Һуңынан “ТН-550” тип исемләнгән үҙбушатҡысҡа ултыра.
– Тәүгеһе – фин, икенсеһе – швед техникаһы. Сит илдәрҙә етештерелгән машиналарға һүҙ тейҙерерлек түгел – сифатлы, ышаныслы итеп сығаралар. Барыһы ла электроника аша идара ителә, кабинала йылы, яҡты, тауышты изоляциялау, тирә-яҡты күҙҙән яҙлыҡтырмау – хәүефһеҙ һәм уңайлы эш шарттары өсөн барыһы ла уйланылған, хатта кондиционеры ла бар, – ти әңгәмәсем.
Үҙбушатҡысҡа 50 тонна руда һыя, сменаһына 17 рейс эшләйҙәр.
32 йыл ер аҫты руднигында эшләгән ир-уҙаман шахта тормошон биш бармағылай белә. Әлеге ваҡытта 260 метр тәрәнлектә эшләй. Шахтер һөнәренең ныҡ хәүефле икәнлеге барыһына ла мәғлүм. Бында осраҡлы кешеләр юҡ. Рәил Мөбәрәкйән улы һымаҡ көслө рухлылар, ҡыйыуҙар ғына һөнәрҙәренә ғүмерлеккә тоғро ҡала.
– Ер аҫтында эшләү еңел түгел, тәү сиратта сабырлыҡ һәм түҙемлек кәрәк. Бер ваҡытта ла ҡурҡырға ярамай, хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү талап ителә. Төрлө хәлгә осрауың ихтимал, бәлә-ҡазалар ҙа аҙым һайын һағалай, шуға күрә бергә эшләгән иптәштәреңдән дә күп нәмә тора. Был тәңгәлдә мин уңдым. Экипажыбыҙҙа – биш кеше. Барыһы ла ышаныслы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, бер ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ инде. Шахтаға килгәс, берәй ун йылдан икенсе эшкә күсермен тип уйлағайным. Һуңынан коллективҡа ла, эшемә лә ныҡ өйрәнеп киттем, – ти һөнәренең бар нескәлектәрен белгән, “Почетлы таусы” исемен йөрөткән Рәил Ғарипов.
Мәҡәлә геройыбыҙ эштән-эшкә күсеп йөрөүселәрҙе өнәмәй, алдына алғанды аҙағынаса алып барып еткерергә күнеккән. Зарлана ла белмәй, эш хаҡынан да ҡәнәғәт. Барына шөкөр, аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Иң мөһиме – һаулыҡ, тигән фекерҙә.
Һаулыҡ тигәндәй, Рәил Мөбәрәкйән улына ҡарап, өс тиҫтә йыл ер аҫтында эшләй тип һис тә уйларлыҡ түгел. Һалдаттарса төҙ, баһадир кәүҙәле ир-уҙаман һораулы ҡарашымды тойҙо буғай:
– Сәләмәт тормош яҡлымын. Йәш саҡта спорт менән ныҡ шөғөлләндем, әле лә волейбол, футбол уйнарға яратам. Тәмәкене ташлауыма 30 йыл инде. Ер аҫтында былай ҙа һауа аҙ, тынды ҡура. Өҫкә сыҡҡас, тәмәке төтөнө менән үҙеңде ағыулау – йүләрлек. Спиртлы эсемлектәр менән дә мауыҡмайым. Һәр ҡайҙа ла сама кәрәк, – ти ул.
Ғариповтар Үҙелгә руднигы урынлашҡан Межозерный ҡасабаһында йәшәй. Ял көндәре етеү менән йәмле Өргөн күле буйындағы йорттарына ашығалар. Ата-әсә нигеҙен ҡоротмайым тип тырыша Рәил Мөбәрәкйән улы. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә тырыш Ғариповтар.
Балалары ла үҙҙәренә оҡшап уңған, маҡсатлы булып буй еткергән өсәүһе лә юғары белемле. Оло ҡыҙҙары Эльвира үҙе әсәй булған, ғаиләһендә ике бала үҫә, күрше өлкәлә йәшәйҙәр. Уртансылары Лена ла инженер һөнәрен һайлап, Силәбелә төпләнгән. Улдары Ринат Ҡазанда программист булып эшләй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ғариповтар гөрләтеп туй үткәрәсәк – улдары өйләнә.
Тәбиғәт ҡосағында ла йыш була ғаилә. Рәил Мөбәрәкйән улы һунарсы ла, балыҡ ҡармаҡларға ла ярата. Йыл һайын диңгеҙҙә ял итергә лә форсат табалар Ғариповтар.
Яныңда көс-ҡеүәт биреүсе, һәр аҙымыңды хуплаусы ышаныслы кешең булмаһа, йәшәүҙең мәғәнәһе юғалалыр. Рәил Ғарипов был йәһәттән бәхетле, эс-серен бүлешеүсе, ауыр ваҡыттарҙа наҙлы һүҙҙәре менән йыуатыусы тормош иптәше һәр саҡ эргәһендә. Шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр, хәүефле булыуын яҡшы белә ҡатыны, һәр ваҡыт ире эшкә киткәнендә имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп, оҙатып ҡала.