Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2019, 13:47

Тәртип булһын...

Июндә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, прокуратура, Башҡортостан Республикаһының юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙғарылған “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында 268 рейд ойошторолған. Рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыуҙы туҡтатыу һәм урлашыуҙы асыҡлау сараларында 251 тәртип һаҡлау хеҙмәткәре, 374 урман һағы һәм 38 йәмәғәт инспекторҙары ҡатнашҡан.

Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Июндә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, прокуратура, Башҡортостан Республикаһының юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙғарылған “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында 268 рейд ойошторолған. Рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыуҙы туҡтатыу һәм урлашыуҙы асыҡлау сараларында 251 тәртип һаҡлау хеҙмәткәре, 374 урман һағы һәм 38 йәмәғәт инспекторҙары ҡатнашҡан.


Рейдтар мәлендә бөтәһе 6,2 мең кубометр күләмендә ағас тейәгән 421 автотранспорт тикшерелгән, уларҙың туғыҙында урман ҡану­ниәтен боҙоу осрағы асыҡ­ланған. Шулай уҡ 163 закон боҙоу осрағы асыҡланған, уларҙың 49-ы урман үҫен­теләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә 588,1 кубометр ағас урлау факты асыҡланып, ун енәйәт эше ҡуҙ­ғатылған, 114 административ протокол төҙөлгән. Ғөмүмән, “ҡара урман ҡырҡыусылар” дәү­ләткә килтергән зыян күләме 6,9 миллион һум тәшкил иткән.

Ағасты һатыуға бәйле килешеүҙәр тураһында декларация бирмәгән йә ваҡытында тапшырмаған, йә ялған мәғлүмәт күрһәткән дүрт материал административ яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында Волга буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаментына тапшырылған.
“Ресурстар, партнерлыҡ, интеграция” республика урман хужалығы форумы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан етәк­сеһе ҡуйған бурыстарҙы үтәп, Башҡортостан Урман хужалығы министр­лығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе хеҙмәтенең Белорет, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ һәм Йылайыр район-ара территориаль бүлектәре һәм “Башҡортостан Республи­каһының үлсәү контроле” учреждениеһы хеҙ­мәткәрҙәре Белорет, Әбйәлил, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Иглин, Хәйбулла райондары биләмәләрендә 23 оператив-иҫкәртеү рейды ойошторған.
Әле Әүжән, Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр һәм Тирлән урмансылыҡтарында урманды йыһандан фотоға төшөрөү алымын файҙаланып, ситтән тороп күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр дауам итә. Урман ҡану­ниәтен боҙоуҙы сағылдырған 26 участка асыҡланған. Рөхсәтһеҙ әҙерләнгән ағас күләме 489 кубомерға еткән, йәғни урман фондына 3,6 миллион һумлыҡ зыян кил­терелгән.
Әйткәндәй, быйыл беренсе кварталда уҙға­рылған тикшереү-күҙәтеү саралары барышында ҡануниәтте боҙоуҙың 1131 осрағы билдәле булған. Шулай уҡ ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу буйынса 189 осраҡ асыҡланып, уларҙың 80-е (42 проценты) административ тәртиптә ҡаралған, 109-ы тәртип һаҡлау органдарына тапшырылған, 59-ына бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дөйөм алғанда, урлап әҙерләнгән ағас күләме 4,7 мең кубометр тәшкил иткән, урман фондына 54,9 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.
Читайте нас: