Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июль 2019, 05:36

Бесән етерлек, тиҙҙән ураҡҡа төшәсәктәр

“Шаранагрогаз” йәмғиәте баҫыуҙарында бөгөн ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре бесән әҙерләү менән бер рәттән ҡышҡылыҡҡа сенаж да хәстәрләй. Тиҙҙән ураҡҡа төшөргә лә йыйыналар. Сенаж, мәҫәлән, 28 мең центнер әҙерләнгән, ике меңгә яҡын төргәкле бесән әле хужалыҡ ихатаһына ҡайтарылған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
“Шаранагрогаз” йәмғиәте баҫыуҙарында бөгөн ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре бесән әҙерләү менән бер рәттән ҡышҡылыҡҡа сенаж да хәстәрләй. Тиҙҙән ураҡҡа төшөргә лә йыйыналар. Сенаж, мәҫәлән, 28 мең центнер әҙерләнгән, ике меңгә яҡын төргәкле бесән әле хужалыҡ ихатаһына ҡайтарылған.


– Халыҡтың ял итергә ваҡыты ла юҡ, әле генә сәсеү эштәрен тамам­лаған инек, бөгөн тағы иртә менән баҫыуҙарға ашығабыҙ, – ти йәмғиәт директоры Рәфис Бәҙретдинов. – Йоҡлап ятыр мәл түгел бит, ҡыҙыу осорҙа етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү – төп бурысыбыҙ.
Хужалыҡ эшсәндәре алдынғы ҡарашлы, белемле, ауыл тормошон яҡшы аңлаған Рәфис Таһир улының эшенән ҡәнәғәт. “Етәксе тип тормай, беҙҙең менән иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр йүгерә, ул тырышҡас, беҙ ҙә унан өлгө алып эшләйбеҙ”, – тиҙәр.
Йәмғиәттең өс һөтсөлөк ферма­һында бөгөн 1700-гә яҡын һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ҙән ашыуын һауып, һауынсылар көн дә алты тоннаға яҡын аҡ тапшыра. Продукция сифатлы, юғары сортлы, шуға ла ихтыяж ҙур.
Хужалыҡтың ауыл эшсәндәре 8286 гектар майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Баҫыуҙар минераль ашламалар менән даими туҡландырыл­ғас, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшәләр. Тик һуңғы йылдарҙа техника бер аҙ яңыртыуҙы талап итә башлаған.
Әйткәндәй, йәмғиәттә төҙөлөш туҡтағаны юҡ. 400 урынлыҡ яңы ике мал аҙбары, быҙауҙар өсөн айырым ҡура, дүрт мең башҡа иҫәпләнгән сусҡа комплексы, ярма ярҙырыу цехы, йылҡы малы өсөн ҡура сафҡа ингән. Тағы ла минераль ашламалар һаҡлау өсөн заманса келәттәр, 3000 тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар бөгөн хужалыҡҡа хеҙмәт итә. Иген таҙартыу комплекстары, ашлыҡ киптергестәр, йәшелсә һаҡлағыстар төҙөлгән. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана, сит ауылдарҙан килеп эшләүселәргә бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ бар. Эшкә алып килеү-алып ҡайтыуҙы ла йәмғиәт үҙ өҫтөнә алған.
Бөгөн бында 200-ҙән ашыу кеше эш урыны тапҡан, 28 кеше – юғары, 60-тан ашыуы урта махсус белемгә эйә. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуы һәм ваҡытында тү­ләнеүе лә күптәрҙе йәмғиәткә ылыҡ­тыра. Мәҫәлән, быҙау ҡарау­сы­лар бөгөн 27-28 мең һум эш хаҡы алһа, көтөүсенең айлыҡ килеме 38 мең һум тәшкил итә.
Йәмғиәттең тәүлегенә ике мең тоннаға яҡын ит эшкәртеүсе комбинаты бар. Үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығарыу өсөн ху­жалыҡтың ун фирма магазины эшләй, район халҡы ғына түгел, ә сит тө­бәктәрҙә сифатлы һәм тәбиғи продукцияны яратып һатып ала. Күптән түгел тағы ла ике сауҙа нөктәһе асылған.
– Алдынғы, тырыш һәм эшкә бөт­мөр хеҙмәткәрҙәр булғанда бер нин­дәй ауырлыҡтар ҙа беҙҙең эшмә­кәрлегебеҙгә ҡамасау була алмай, сөнки беҙҙә эшһөйәрҙәр, хеҙмәтенә мөкиббән бирелгәндәр бихисап, – ти Рәфис Таһир улы Бәҙретдинов.


Самат ҒӘЛИН.

Шаран районы.
Читайте нас в