Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль 2019, 13:48

Бал ҡорттары ниңә ҡырылған?

Белгестәр бының эҙенә төшкән.

Фото "Башинформ"дан алынды.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр ителгәйне ине.
Яңыраҡ Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария лабораторияһы белгестәре ошо инсектицидтарҙың эҙенә төшкән. Бал ҡорттары ҡырылыуына «Лямбда-цигалотрин» һәм «Эсфенвалерат» тигән ағыулы химикаттар сәбәпсе булған.
“Шул уҡ ваҡытта умартасыларға культураларҙы эшкәртеүгә тиклем биш көн алдан иҫкәртеү, ел булмаған төндә һиптереү һәм эшкәрткәндән һуң ике көн бал ҡорттарын ояһынан сығармау кеүек инструкцияларҙы үтәгәндә был дарыуҙар бал ҡорттары өсөн хәүефһеҙ. Ошоноң береһе лә, күрәһең, эшләнмәгән”, — тип хәбәр итте Ришат Ҡотломәтов.
Дарыуҙар пиретроидтар класына ҡарай, үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана. Бал ҡортоноң нерв-паралитик һәм эсәк органдарына тәьҫир итә ала. Был инсектицидтарҙың Ҡытайҙа етештерелеүе билдәле.
Читайте нас в