Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль 2019, 14:42

Күберәк эшләһәң, ҡыҫҡарталармы?

Башҡортостан федераль бюджеттан предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙамға 112,5 миллион һум аҡса аласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Лилиә Мәзитова республика етәксеһе үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Был миллиондар Владимир Путин раҫлаған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы бирелә. 2024 йылға тиклем сеймал менән бәйле булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу күҙаллана. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республиканың 196 предприятиеһын проектҡа йәлеп итергә кәрәк.

Бөгөн 28 ойошма милли проектта ҡатнаша. Һаҡсыл етештереү принциптары индерелгән предприятиеларҙа ваҡыттың, ахырына тиклем тамамланмаған етештереү күләме ҡыҫҡарыуы, яраҡһыҙ продукция кәмеүе күҙәтелә. Быйыл проектҡа кәм тигәндә 22 предприятиены йәлеп итеү ҡарала.

– Хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һөйләй башлаһаҡ, кешеләр, беҙ уларҙы күберәк эшләргә мәжбүр итәсәкбеҙ, ә аҙаҡ ҡыҫҡартыу үткәрәсәкбеҙ, тип уйлай. Һүҙ бит бөтөнләй ул хаҡта бармай, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштән бушатыу. Бер кем дә бер кемде ҡыҫҡартмаясаҡ, ә предприятиелар үҫешәсәк.

Фото: еn.ppt-online.org