Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль 2019, 16:00

Тиҙерәк эшләгәндәргә һалым кәметелә

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектына иғтибар арта. Күптән түгел Мәскәүҙә ошо проектты ғәмәлгә ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрелде һәм унда Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәжитова ла ҡатнашты.

Унда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының, шулай уҡ уның Етештереүсәнлек һәм йоғонтололоҡ департаментынан, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар федераль үҙәге” йәмғиәтенән һәм башҡа ойошмаларҙан күп кенә белгестәр сығыш яһаны. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларға һалым ташламалары биреү, уларға мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа тәҡдимдәр яһалды. Күренеүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға өйрәткән эреле-ваҡлы ойошмалар күп һәм иҡтисадты йәнләндерергә тейешле был йүнәлештең уңышлы барасағына өмөт юҡ түгел.

Фото: “Яндекс.ру” сайтынан.