Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2019, 15:31

Иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе асыҡлана

Сифат ғәҙел баһа талап итә.

Өфөлә Ҡымыҙ етештереүселәрҙең этнофестивале “Аҡбуҙат” ипподромында ифрат йәнле бара. Милли эсемлекте популярлаштырыуға, уның сифатын яҡшыртыуға арналған сараның программаһы бик бай.
Ҡымыҙ етештереүгә бәйле проблемаларға, тармаҡты үҫтереү юлдарына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, ҡымыҙ бешеүселәр теоретик йәһәттән имтихан бирҙе.
Ә жюри комиссияһы һәр етештереүсенең эсемлегенең сифатына ғәҙел баһа бирҙе.
Байрам аҙағында иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр асыҡланасаҡ..
Автор фотоһы.