Былтыр Әбйәлил районы "Ирәндек" хужалығының ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылғайны. Тап шуға ла быйыл конкурстың байрағын уның етәксеһе Рөстәм Мәхийәнов күтәрҙе.
Йәмғиәт 10 йылға яҡын тотороҡло үҫешеп килә, бында ҡымыҙ бешеүҙә яңы технологияларҙы ла ҡулланалар. Заманса ҡоролма һатып алғандар. Ул эште еңеләйтә, ҡымыҙҙың сифатын һаҡлап ҡала. Яңыраҡ, мәҫәлән, ҡымыҙҙы күпләп һәм сифатлы етештереү өсөн заманса ҡоролма һатып алғандар. Йәмғиәттә 300 баш йылҡы малының 100-өн һауалар.
– Бындай сараларҙың шифалы эсемлекте халыҡ араһында киңерәк таратыуҙа файҙаһы ҙур, – ти уның етәксеһе Рөстәм Мәхийәноа. – Мин үҙем, мәҫәлән, етенсе йыл ҡатнашам. Килгән һайын үҙемә фәһемле яңылыҡ алам. Белгестәрҙе тыңлайбыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Эсемлекте әҙерләү, малдарҙы тәрбиәләү, продукцияны һатыу хаҡында фекер алышабыҙ.
Һүрәттә: Рөстәм Мәхийәнов.